тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

гарипов8

12.02.1932 – Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Йәғәфәр  Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Әсәһе Гөлмәрйәм яңғыҙы дүрт баланы аяҡҡа баҫтыра.

1946 – 1950 – ауылында етенсе синыфты тамамлағас, Өфөгә килеп, 9-сы башҡорт мәктәбендә уҡый.

1950 – 1955 – Башҡортостан Яҙыусылар берлеге тәҡдиме буйынса Мәскәү ҡалаһында М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инә.

27.05.1955 – Надежда Василий ҡыҙы Друмға өйләнә.

1955 – Өфөгә ҡайта. “Совет Башҡортостаны” гәзите, «Ағиҙел» журналы редакцияларында эшләй.

1956 – шул уҡ гәзиттә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй.

1958 – «Әҙәби Башҡортостан» журналында әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын башҡара.

1959 – 1962 – тыуған яҡтарына ҡайта. Салауат районының «Йөрүҙән» колхозында, «Һарғамыш» совхозында - комсомол комитеты секретары. «Октябрь юлы» район гәзитендә – хаттар бүлеге мөдире.

1962 йылдың авгусы – 1967 – ғаиләһе менән Өфөгә ҡайта. «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләй.

1967 – 1972 – «Башҡортостан ҡыҙы» журналының яуаплы сәркәтибе булып эшләй.

16.11.1971 – Башҡорт телевидениеһында һуңғы сығышы.

1973 – 1974 – СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалында кесе ғилми хеҙмәткәр.

1976 – Ғүмәр Хәйәм һәм башҡа боронғо көнсығыш әҙиптәрен тәржемә итеү маҡсатында Урта Азия илдәрендә оҙайлы командировкала була.

20.02.1977 – йөрәге тибеүҙән туҡтай. Өфө ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнә.

1991 йылдан гимназия үҙенең арҙаҡлы уҡыусыһы Рәми Ғариповтың исемен йөрөтә.

1994 йылдаРәми Ғарипов исемендәге премия булдырыла. Тәүге премия лауреаты - Башҡортостандың халыҡ шағиры, Ғәлимов Сәләм һәм Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты Рауил Бикбаев.

1997 йылда БР Министрҙар кабинеты ҡарары буйынса гимназия-интернаты урамында бюст ҡуйыла. Авторы Николай Калинушкин.

гарипов2  гарипов7    гарипов4

Шағирҙың үҙе тере саҡта баҫылған китаптары

  1. 1954 – «Йөрүҙән».
  2. 1958 – «Таш сәcкә».
  3. 1959 – Иван Франконың проза әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә.
  4. 1964 – «Һабантурғай йырҙары».
  5. 1966 – «Осоу».
  6. 1969 – «Умырзая».
  7. 1969 – «Аманат».
  8. 1974 – «Миләш-кәләш».

Шағир үлгәндән һуң баҫылған китаптары

  1. 1979 – «Йондоҙло уйҙар» (башҡорт телендә).
  2. 1981 – «Ҡайтыу» (рус телендә).
  3. 1981 – «Умырзая йыры» (башҡорт телендә).
  4. 1990 – «Минең антологиям» (башҡорт телендә).
  5. 1994 – «Бер ҡыл» (татар телендә).
  6. 1996 – «Һайланма әҫәрҙәр». 1-се том (башҡорт телендә).
  7. 1998 – «Һайланма әҫәрҙәр». 2-се том (башҡорт телендә).
  8. 1998 – «Шиғырҙар һәм хаттар» (рус телендә).
  9. 2001 – «Һайланма әҫәрҙәр». 3-сө том (башҡорт телендә).
  10. 2002 – «Йырҙарыма ҡайтам» (башҡорт телендә).
  11.  2005 – «Киләсәккә юл». Дон далаларындағы көндәлек яҙмалар (башҡорт телендә)
  12.  2006 – «Пилот яҙмалары». Үҫмер көндәлектәре (башҡорт телендә).
  13.  2007 – «Уҡыу океаны» Үҫмер көндәлектәре (башҡорт телендә).