тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

встреча с выпускн1Гимназиябыҙҙың асылыуына етмеш биш йыл тулыу айҡанлы ошо дәүер эсендә мәктәп – интернатты тамалап сығыусы һәм төрлө өлкәлә уңышлы эшләп йөрөүсе шәхестәр менән осрашыуҙар дауам итә. 10 апрель көнө 9 е һәм 10е синыф уҡыусылары берлектә 2011 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Тамъян Ғәбитов һәм 2012 йылда гимназияны алтын миҙалға тамамлаусы Сабина Кучаева менән осрашыу ойошторҙо. Тамъян уҡыусыларға нисек үҙ эшен асыуын, уның нескәлектәрен, осраған ҡаршылыҡтарға бирешмәй алға барыуын һөйләп, бирешмәҫкә, ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә өндәһә, Сабина корея, инглиз телендә йырлап, ҡытай телендә һөйләп, уҡыусыларҙы һоҡландырҙы. Аралашыу туған телебеҙҙә барҙы. Тамъяндың да, Сабинаның да башҡортса саф, таҙа һөйләшеүе, урыҫса яңғыраған һорауҙарға ла үҙ телебеҙҙә яуап биреүҙәре бөтәһенә лә бик оҡшаны. Йәштәр уҡыусыларға гимназияла уҡыу ваҡытының иң күңелле саҡ икәнен, инглиз телен ныҡлап өйрәнергә кәрәклеген әйтеп үттеләр, уҡыуҙарында уңыштар теләнеләр. Үҙҙәренән әллә ни оло булмаған ағай һәм апайҙың аҡыллы кәңәштәре уйланырға, киләсәккә маҡсат ҡуйырға, тормошта үҙ урындарын дөрөҫ табырға өндәүе балалар өсөн фәһемле булды. Осрашыу күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.

9 е, 10 е синыфы тәрбиәйева Фәннүрә Әбделғәзи ҡыҙы

встреча с выпускн2