тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

vibory

съезд310-12 апрелдә республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының l Бөтә Рәсәй съезы үтә. Белем усағыбыҙҙың башҡорт теле уҡытыусылары Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева менән Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатоваға сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе. Был мөһим саранан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты ла ситтә ҡалманы. Бөгөн, 11апрель көнө, съезд делегаттары уҡыу йортобоҙҙа булды. Ҡунаҡтар Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов, күренекле тарих эшмәкәре Әнүәр Әсфәндиәров исемендәге уҡыу кабинеттары, шулай уҡ Зөмәрә Хисмәтуллина исемендәге крайҙы өйрәнеү музейы менән танышты, уҡыусыларыбыҙ халҡыбыҙҙың йолаһын сәхнәләштереп, туған телебеҙгә дан йырланы, йыр -моңға маһирлыҡтарын күрһәтте.

   Программала ҡаралғанса башҡорт теле һәм әҙәбиәте, туған телдәр уҡытыусылары оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, үҙ тәжрибәләре менән дә уртаҡлашты. Аҙаҡ ҡатнашыусылар өсөн “Рәсәй Федерацияһында туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһы”, “Башҡортостан Республикаһы милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы”на индереү өсөн инновацион проекттар әҙерләү буйынса форсайт-сессия үтте. Ғөмүмән алғанда, көн үҙәгендә күтәрелгән мәсьәләләр етди ҡаралды.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Лилиә Искәндәр ҡыҙы Әминева

съезд4съезд2

съезд 1съезд5съезд6