тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

249973 vstrecha kartinkiҮткән аҙнала гимназиябыҙҙың 75 йыллығына арналған класс сәғәттәре старт алды.

10 д класында үткәрелгән класс сәғәтенә Йылайыр районында йәшәүсе, 1968 йылда беҙҙең мәктәпте тамамлап, ошо районда инженер - механик булып эшләп, хәҙерге көндә Йылайыр районындағы имам-хатип Шакиров Фирхәт Рәфҡәт улы килде. Ул балаларға үҙе уҡыған ваҡыттағы мәктәп-интернат тормошо, тарихы, йолалары тураһында һөйләне. Балаларҙың һорауына яуап бирҙе. Уҡыу йылдары хәтирәләре менән уртаҡлашты. Мәктәптең бөгөнгө тормошона һоҡланып, ҡәнәғәт булды. “Башҡорттарым уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк”, тип тамамланы ул үҙенең сығышын. Осрашыу бик фәһемле һәм файҙалы булды.

                                                                      10 Д класы тәрбиәсеһе

                                                                Шарипова М.М.