тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

педс1   28 мартта үткәрелгән педагогик кәңәшмә тел мәсьәләһенә арналды. Темаһы: «Гимназия-интернат шарттарында туған телдәрҙе үҫтереү һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау». Кәңәшмәне гимназия директоры Л.Н. Фазлетдинова асты. Ул 11-12 апрелдә уҙасаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының тәүге съезы, быйылғы йылда гимназия-интернаттың 75 йыллыҡ юбилейы тураһында иҫкәртте. «Беҙҙең уҡыу йорто бай тарихлы, ошо йылдар дауамында ул республика, милләтебеҙ өсөн туған телен белгән илһөйәр, заманса фекерләй белгән, алдынғы ҡарашлы, милләт өсөн оло яуаплылыҡ тойған уҡыусылар тәрбиәләй. Ошо традициялар дауам ителергә тейеш», - тине Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы. Туған телде белеү, өйрәнеү мөһимлеге тураһында артабан башҡорт теле уҡытыусыһы Г.С. Ҡылысова дауам итте. Американан йәшәргә килгән Линдси Пегей тураһында видеояҙма күрһәтеү бөтәһенә лә фәһемле булғандыр.

Республикабыҙҙың билдәле шәхесе, педагог Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева «Арғымаҡ» китабында ошондай һорау ҡуя: ни өсөн Тәбиғәт шул тиклем төрлө милләттәрҙе бар иткән дә, уларҙы йәшәтеү, һаҡлау, ҡурсалау саралары күргән? Шәп һорау. Беҙҙең уҡыу йортонда элек-электән эшләгән коллектив милләтте һаҡлау, ҡурсалау ысулдарын бик һәйбәт белгән. Әле лә ул эш юғары кимәлдә ойошторолған. Улар бик ябай: туған тел, моң, традиция, ғөрөф-ғәҙәт, бейеү, эске булмышыбыҙ, йөҙөбөҙ – былар бөтәһе лә милләтте ҡурсалау саралары. Йәғни, бейеү, театр, ҡурай, шәжәрә өйрәнеү аша беҙ үҙебеҙҙе, киләсәк быуынды милләт булараҡ һаҡлай алабыҙ. Бөгөнгө кәңәшмә тап шул йүнәлештә барҙы.

Артабан эш ете йүнәлештә дауам итте. Ете уҡытыусы төркөмдәрҙә оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо:

  1. Заманса стилләштерелгән биҙәүестәр - милли мәҙәниәтте һаҡлау сараһы. УҡытыусыТимербулатова Р.М.
  2. Ижади оҫтахана. Кайбышева А.Х.
  3. Театр сәнғәте аша эстҽтик яҡтан юғары, рухи яҡтан бай шәхҽс тәрбиәләү. Набиева Р.Ф.
  4. Хоровое пение, как средство воспитания эстетического вкуса. Ишбаева А.Ф.
  5. Рухи-әхлаҡ тәрбиәләү сараһы булараҡ шәжәрәләрҙе өйрәнеү. Вахитова Г.Г.
  6. Бейеүҙәрҙә милли һыҙат, күңел торошоноң сағылышы. Шафиков А.Х.
  7. Йәштәрҙе тәрбиәләүҙә традицион сәнғәттең роле (кабинет №323) –Елкибаев В.Р.

           Оҫталыҡ дәрестәре ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Уҡытыусыларға барыһына ла ҙур рәхмәт. Йомғаҡлап әйткәндә, дәрестән тыш сараларҙың төп маҡсаты булып балаларҙы туған телебеҙгә, моңобоҙға, милли мәҙәниәткә, йолаларға, тарихыбыҙға, шәхестәребеҙгә, ижадыбыҙға һөйөү, ихтирам тәрбиәләү тора. Шулай уҡ тарихи урындарға экскурсиялар, осрашыуҙар, походтар буйынса иншалар, мәҡәләләр яҙыу, һүрәт төшөрөү, ваҡытлы матбуғат менән танышыу, музейҙарҙың эшмәкәрлеге, спектаклдәр ҡарау, ғөмүмән, телде һәм әҙәбиәтте тормош менән бәйләп өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо, эстетик зауыҡ тәрбиәләнә, баланың күңеле күркәмләнә, рухы байый. Кешенең белеме юғары булып та, әхлағы түбән булһа, ул – ярты кеше. Тимәк, беҙҙең уҡыу йортонда дәрестән тыш эшмәкәрлек үҙенең ҡуйған маҡсаттарына ирешә тип тулыһынса әйтә алабыҙ.

Г.С. Ҡылысова, башҡорт теле уҡытыусыһы

 

педс2педс3педс4педс5педс6педс7педс8