тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

vibory

     линейка 3Быйыл бөтә Башҡортостан халҡы оло юбилей — Республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы байрам итә.

Бынан теүәл 100 йыл элек 1919 йылдың 20 мартында Башҡортостандың Совет Автономияһы тураһында үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән килешеү төҙөлә. Килешеүгә Милләттәр халыҡ комиссары Иосиф Сталин, Башҡорт хөкүмәте рәйесе Мстистав Кулаев, Башҡорт өлкә Советы ағзаһы Муллайән Халиҡов, Башҡорт ғәскәрҙәре командующийы адъюданты Әбдрәшит Бикбаув ҡул ҡуя. Килешеүҙе Халыҡ комиссары советы рәйесе Владимир Ильич Ленин раҫлай.

Шул айҡанлы гимназиябыҙҙа төрлө саралар ойошторола. Һәм 20-се март көнө Республикабыҙҙың тыуған көнөнә арналған тантаналы линейка үтте. Был сараға мәртәбәле ҡунағыбыҙ, гимназиябыҙҙың 1988 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтыйы рәйесе Ғайнуллин Данир Әхмәҙи улы ла саҡырылды.

Линейканы “Гәлсәр” хор ансамбле Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының гимндары менән башланы. Шулай уҡ 2019 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мостай ағай Кәримовтың тыуыуына 100 йыл тула. Шағирҙың Ҡайын япрағы тураһындағы шиғырын уҡыусылар тасуирлап һөйләне. Сараны Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле “Перовский” маршы менән тамамланы.

линейка 4линейка 5линейка 6