тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

хаулыкай 3Ҡояш әллә үҙе ергә төшкән,
Матур сәскә булып аҡланға!
Тирә яҡты тотош нурға күмгән,
Хатта еткән барлыҡ йыһанға.
Ерҙе нурға күмеп,балҡып яна,
Ҡояш кеүек төрлө сәскәләр.
Әйтерһең дә, ҡояш ергә төшкән,
Бар аҡланға йылы сәсәләр!

19 март Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия - интернатында яҙ миҙгелендә иң көтөп алынған сараларҙың береһе - "Гимназия һылыуҡайы - 2019" гүзәллек һәм матурлыҡ бәйгеһе үтте.

Быйылғы йылда һайлап алыу турында талаптар бик ҡаты ине. 7 - 11 кластар араһынан береһенән-береһе сибәр, матур 12 ҡыҙ финалға үтеү бәхетенә иреште. Иң яҡшы остаздар күҙәтеүе аҫтында дауам иткән хореография, дефиле, сәхнә телмәре буйынса әҙерлектең һөҙөмтәһе үҙенсәлекле һәм матур байрамда сағылды. Бәйге тамашасыларҙың күңелдәренә дәрт өҫтәне, яҙ кәйефе бүләк итте.

Иң - иңдәрен һайлап алыу бурысы “Таңсулпан’’ драма түңәрәгенең етәксеһе - Нәбиева Римма Фәиз ҡыҙы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, "Һылыуҡай – 2015" республика гүзәллек бәйгеһендә 1-се урын яулаусы - Яппарова Зәлиә Тәлғәт ҡыҙы, эстрадабыҙҙың сағыу йондоҙо, йырсы Илнур Рамазанов, "Һылыуҡай - 2018" республика гүзәллек бәйгеһендә 2-се урын яулаусы, "Гимназия һылыуҡайы – 2016" конкурсы еңеүсеһе Рәсембәтова Дилә һәм Сөләймәнов Зариф баһаланы.

Конкурстың тәүге һынауы – үҙең менән таныштырыу ине. Һәр бер ҡыҙ үҙенең хыялдары тураһында бәйән итте, ғаиләһе, киләсәккә ҡуйған маҡсаттары менән таныштырҙы.

Иң ҡатмарлы этаптарҙың береһе - жюри һорауҙарына яуаптар ҡайтарыу булды. Һылыуҡайҙар бында ла юғалып ҡалманы, отҡор һәм төплө яуаптар ҡайтарып, барыһын да тәъҫир итте.

Артабан дефиле, бергәләп бейеү башҡарыу һәм театр йылына бәйле сығыштар булды. Уның маҡсаты - ҡыҙҙарҙың һығылмалығына, бейеү оҫталығына, үҙ-үҙен тотошона, гүзәллектәренә баҫым яһау ине.

Сара барышында "Аҡйондоҙ" ансамбленең дәртле сығыштары, гимназистар башҡарыуындағы йырҙар тамашасыларға тик дәрт, шәп кәйеф бүләк итте.

Һәм, ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл дә килеп етте. 

"Гимназия Һылыукайы - 2019" бәйгеһендә ҡатнашыу минең өсөн ҙур бәхет. Бәйгегә әҙерлек 3 аҙна буйына барҙы. Бында алған тәжрибә миңә тормошта ла бик кәрәкле буласаҡ, тип уйлайым. Үҙемде сәхнәлә матур тоторға, ышаныслы сығыш яһарға өйрәндем. Ҡыҙҙар менән әҙерлек барышында яҡын дуҫтарға әүерелдек, көнләшеү тойғолары ла бөтөнләй булманы. Барыһы ла бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып, ауыр саҡта йылы һүҙ менән йыуатып торҙолар. Иң тулҡынландырғыс мәл - һөҙөмтәләрҙе иғлан итеү булды. Үҙемдең еңеусе икәнемде белгәс, илайһы ла, йырлайһы ла килде.
Бәйгелә еңеу минең өсөн ҙур шатлык, ул миңә яңынан - яңы үрҙәр, мөмкинселектәр асты. Матурлыҡ серҙәрен асып, беҙҙе әҙерләгән өсөн барлыҡ ойоштороусыларға һәм остаздарыбыҙға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм!,- " тип тәҫораттары менән бүлеште еңеүсе.

Ҡыҙҙарға артабан да уңыштар насип булһын.
Алдағы тормошоғоҙ ҙа гел яҡты көндәрҙән һәм сағыу ваҡиғаларҙан ғына торһон!

2018 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Лидиә Динмөхәмәтова.

 

хаулыкай 1хаулыкай 2хаулыкай 4