тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

       ХабировРәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының педагогик коллективы Һеҙҙе, республикабыҙҙың абруйлы шәхесен, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрен күркәм юбилейығыҙ – 55 йәш тулыу айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай.

Юбилейҙар, ғәҙәттә, уҙған ғүмергә, йылдарға йомғаҡ яһау миҙгеле лә булып тора. Һеҙ яҡты донъяға килгән көнөгөҙҙө лайыҡлы, матур һөҙөмтәләр һәм эштәр менән ҡаршылайһығыҙ. Егәрлелек, тәбиғәттән бирелгән ойоштороу һәм етәкселек итә белеү һәләтегеҙ йәштән үк уңышлы эшләп китергә, тиҙ арала яңынан-яңы үрҙәр, бейеклектәр яуларға мөмкинлек бирҙе.

Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, һәр эшкә, вазифаға етди ҡараш, эске һәм тышҡы ойошҡанлыҡ, һәр ваҡыт яңылыҡҡа, белемгә ынтылышығыҙ йәштәр өсөн ҙур өлгө булып тора.

Һеҙ башҡорт халҡының иң батыр ир-уҙамандарына хас булған матур һыҙаттар – саялыҡ һәм тәүәкәллек, изге күңеллелек һәм талапсанлыҡты үҙенә туплаған, ололар һәм йәш быуын тураһында хәстәрлек күреүсе ярҙамсыл дуҫ һәм кәңәшсе.

Хөрмәтле Радий Хәбир улы! Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты администрацияһы, педагогик коллективы, ветерандар коллективы һәм күп меңләгән уҡыусыларыбыҙ исеменән Һеҙгә оҙон-оҙаҡ йылдарға етер һаулыҡ, рух ныҡлығы, оло хеҙмәтегеҙҙең һөҙөмтәләрен күреп, ғаилә һәм донъя именлегенә һөйөнөп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! Алға һәм алға, Радий Фәрит улы!

Оло хөрмәт һәм ихтирам менән,

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ директоры                     Л.Н. Фазлетдинова