тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG 253115 март көнө беҙҙең уҡыу йортонда Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, сығарылыш уҡыусыһы Рәми Ғарипов исемендәге премияны тапшырыу тантанаһы үтте. Премия 1994 йылдан шағирҙың исемен мәңгеләштереү эшен алып барыусыларға, гимназия үҫеше өсөн үҙ өлөшөн индереүселәргә бирелә. Быйылғы уҡыу йылында гимназия коллективы премияны ҙур ихтирам менән уҡыу йортоноң үҫешенә, материаль-техник базаһын нығытыуға ҙур өлөш индергән, һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙған, Башҡортостан республикаһының беренсе президенты, "Урал" хәйриә фонды рәйесе Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улына, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы Аҡманов Булат Ғайса улына, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы, гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡылысова Гөлсәсәк Салауат ҡыҙына, төрлө конкурс-олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән, бар яҡтан да килгән уҡыусыларыбыҙ Солтанова Гөлиәгә, Киранов Илдусҡа, Йомағужин Азаматҡа тапшырырға ҡарар итте.

Сара сихри ҡурай моңо аҫтында тыуған еренең, туған теленең, халҡының тоғро улы, бөйөк шәхесе Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яңғыратыуҙан башланды. Уҡыусылар алтынға тиң һүҙҙәрҙе йөрәктәргә үтерлек итеп еткерҙеләр. Мәртәбәле ҡунаҡтар - тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Ирек Ғайса улы Аҡманов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйесе Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин, шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина сараға йәм өҫтәнеләр. Ҡунаҡтар үҙҙәренең уҡыу йылындағы хәтирәләре менән бүлештеләр, уҡыусыларға кәңәштәрен бирҙеләр. Тәнзилә Дәүләтбирҙина шаян да, фәһемле лә шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Тантана Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле, “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, "Гәлсәр" хор ансамбле сығыштары менән үрелеп барҙы. Сара аҙағында гимназия директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова лауреаттарға премия тапшырып, үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Байрам гимназия гимны менән тамамланды.

IMG 2327IMG 2371IMG 2368IMG 2377IMG 2443IMG 2499IMG 2542