тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

встреча во времени 1 6 мартта Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына, шулай уҡ БР - ҙың халыҡ, РФ - тың атҡаҙанған артисы Суфия Ҡорбанғәлиеваның 70 йәшлек юбилейына һәм 8 Март - халыҡ - ара ҡатын - ҡыҙҙар көнөнә арналған ҙур сара үткәрелде. Был тамашаны гимназиябыҙҙың 8а класы уҡыусыларына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова һәм тәрбиәсе Фәнилә Райман ҡыҙы Иҫәндәүләтова менән барып күреү бәхете тейҙе. Улар республикабыҙҙың билдәле кешеләре - Суфия Ҡорбанғәлиева, Тамара Искәндәриә, Гөлдәр Моратова, Ғәҙилә Бүләкова менән яҡындан танышып аралашты, фәһемле кәңәштәр алды. Шулай уҡ уҡыусыларыбыҙ Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Суфия Шәрәфулла ҡыҙының студенттары башҡарыуында халыҡ сәсәне, драматург, фольклорсы - ғалим Мөхәмәтша Буранғоловтың "Ватан һуғышы" ҡобайыры нигеҙендә ҡуйылған театрлаштырылған тамаша премьераһының шаһиты ла булды. Оҫта башҡарыусы студенттар араһында ике сығарылыш уҡыусыбыҙ Зәриә Моратова менән Йәнгүзәл Халиҡованың уйнауын күреү беҙҙең өсөн ғорурлыҡ ине. Сара бай йөкмәткеле һәм фәһемле булды. Уҡыусылар ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡайтты.



Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова

встреча во времени 2встреча во времени 4встреча во времени 5встреча во времени 6встреча во времени 3