тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

249973 vstrecha kartinkiФевралдә, ғәҙәттәгесә, гимназиябыҙҙа хәрби-патриотик айы үтә. Был ай сиктәрендә бик күп саралар планлаштырылған. Шулар араһында Афған һуғышының ҡатнашыусыһы Ришат Рушан улы менән осрашыу.

Хөрмәтле ҡунағыбыҙ һуғыш ваҡытында ниндәй хистәр тойғанын һөйләне һәм һорауҙарға яуап бирҙе. Тик һорау "Һеҙҙе нимә илһамландырҙы, һуғыштан тере ҡайтырға?" таң ҡалдырҙы Ришат Рушан улын, хатта күҙҙәренән йәш куренде. Ул:"Өләсәйҙе күрергә" - тип яуап бирҙе. Уның яуабынан һуң ҡайһы бер тамашасыларҙың күҙ йәштәре аҡты.

Афған темаһына ҡағылышлы 10 "Б" класы әсә ҡайғыһы тураһында инсценировка күрһәттеләр, Зарипова Юлиә менән Төркмәнова Айзилә "Торналар" йырын башҡарҙылар, Собханғолов Нур ҡурайҙа уйнаны "Абдрахман" көйөн, 9д класс егеттәре Афған тураһында йыр башҡарҙылар.

Алеге ваҡытта беҙ тыныс илдә йәшәгәндә, һуғышты үткән һалдаттар беҙҙең өсөн өлгө булып тора һәм беҙ улар менән ғорурланырға тейешбеҙ. Был осрашыу беҙҙең гимназистар өсөн бик файҙалы үтте. Һәм оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ Ришат Рушан улына, үҙенең ваҡытын йәлләмәй гимназияға килгәне өсөн!

встреча с афганцем 3встреча с афганцем 4встреча с афганцем 2встреча с афганцем 1