тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      Халыҡ шағирын иҫләпРәми Ғарипов исемен йөрөткән данлыҡлы гимназиябыҙ өсөн февраль айы йыл да ҙур тантанаға әүерелә. Бөгөн шағирҙың тыуған көнөндә һәр дәрес башын "Туған тел " шиғыры менән башлап ебәрҙек, Рәми Ғариповҡа бағышланған тантаналы линейка үткәрҙек. Сарала хөрмәтле ҡунағыбыҙ - география уҡытыусыһы, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары, хеҙмәт ветераны, Рәми Ғарипов премияһы лауреаты Альмира Миңлебай ҡыҙы Абдуллина ҡатнашты. Ул уҡыусыларға иң изге теләктәрен еткерҙе, тырышып уҡырға, гимназия менән ғорурланырға, Тыуған илде яратырға, уға файҙалы эштәр атҡарырға саҡырҙы. Ҡунағыбыҙ үҙенең яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Уҡыусыларыбыҙ яратҡан шағирыбыҙҙың шиғырҙарын тасуири һөйләнеләр.
Бөгөн шағирыбыҙға 87 йәш тулыр ине. Уның яҡты иҫтәлегенә тап төшөрмәү, уның кеүек белемгә ынтылыу, гимназиябыҙҙың данын арттырыу беҙҙең изге бурысыбыҙ булып тора. Матур сараны ойоштороусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ҡылысова Гөлсәсәк Салауат ҡыҙына рәхмәт!

Халыҡ шағирын иҫләпХалыҡ шағирын иҫләпХалыҡ шағирын иҫләпХалыҡ шағирын иҫләп Смотреть видео