тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

IMG 20190125 Ҡотлайбыҙ!Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының педагогик коллективы Һеҙҙе, республикабыҙҙың абруйлы шәхесен, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрен мәртәбәле юбилейығыҙ – 85 йәш тулыу айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай.

Һеҙ күркәм ғүмер байрамығыҙҙы оло тормош юлы үткән, милләтенең яҙмышы менән йәшәүсе ил уҙаманы, үткәндәрҙе бөгөнгөгә ялғаусы, арымай-талмай илебеҙгә хеҙмәт итеүсе халыҡ президенты булараҡ ҡаршылайһығыҙ.

Һеҙ башҡорт халҡының иң батыр ир-уҙамандарына хас булған матур һыҙаттар – бөйөклөк һәм ябайлыҡ, саялыҡ һәм тәүәкәллек, изге күңеллелек һәм талапсанлыҡты үҙенә туплаған, йәш быуын тураһында атайҙарса хәстәрлек күреүсе өлкән дуҫ һәм кәңәшсе.

Милләтебеҙ ғорурлығы булған олуғ шәхестең киң донъяға сығыр һуҡмағы байтаҡ талантлы шәхестәр тәрбиәләп үҫтергән Күгәрсен еренән башлана. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа уҡыуы еңел булмағандыр. Белем алыуға көслө ынтылыш, сәм, рух ныҡлығы, алға ҡуйған ҙур маҡсаттар һеҙҙе бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, ҙур үрҙәр яуларға ярҙам итте. Халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйткәнсә, һәр кемдең үҙ тауы булырға тейеш. Кеше ғүмер буйы бейеклеккә үрелә, тырышып-тырмашып менә, талпына, бейеклекте яулағас, ниндәй бәхет кисергәнен тик үҙе генә аңлайҙыр. Эйе, һеҙ бөгөн иң бәхетле кеше!

Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты администрацияһы, педагогик коллективы, ветерандар коллективы һәм күп меңләгән уҡыусыларыбыҙ исеменән Һеҙгә оҙон-оҙаҡ йылдарға етер һаулыҡ, оло хеҙмәтегеҙҙең һөҙөмтәләрен күреп, донъя именлегенә һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәттә тыныс йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!