тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

    15 ғинуар көнө гимназияла "ФГОС нигеҙендә уҡыусыларҙа шәхси, социаль, профессиональ уңышҡа өлгәшеү юлдарын тәрбиәләү" темаһына арналған педагогик кәңәшмә үтте. Кәңәшмә барышында директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Лүзә Хәбир ҡыҙы Шөғәйепова икенсе сирек һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Инглиз теле уҡытыусыһы Рәйлә Хәйҙәр ҡыҙы Хиләжева кешелек алдына ЮНЕСКО ҡуйған маҡсаттарҙы еткерҙе. Шулай уҡ ЮНЕСКО эшендә актив ҡатнашҡан уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙе,  уҡыусыларҙы телгә алды. Зилиә Тәлғәт ҡыҙы Яппарова сығышында гимназия-интернатта ойошторолған түңәрәктәргә 7-9-сы класс уҡыусыларының актив йөрөүе тураһында әйтелде. Әмир Наил улы Ғәликәйев һәм Рәмил Рәшит улы Кәбиров менталь арифметика һәм авиамоделирование тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Сығыштар нигеҙендә педагогик кәңәшмә аҙағында темаға ярашлы ҡарарҙар ҡабул ителде. Аҙаҡ иһә педагогтар директор Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова ойошторған "Зефирка" психологик треннингта, физкультура һәм обж уҡытыусылары үткәргән дәрестәрҙә теләп ҡатнаштылар. Сара бай йөкмәткеле булды.

WhatsApp Image 2019 01 15 at 14.41.32WhatsApp Image 2019 01 15 at 14.41.31hDBVUGOzU9oWhatsApp Image 2019 01 15 at 12.12.15WhatsApp Image 2019 01 15 at 12.19.04WhatsApp Image 2019 01 15 at 11.27.546Z5c PZh wcWhatsApp Image 2019 01 15 at 12.33.32u3rVx5gWNjwпедсоветпедсовет2педсовет3педсовет4педсовет6