тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

       Декадник башк.языка9 ғинуарҙа гимназиябыҙҙа 31 йыл рәттән уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Төбәк-ара олимпиада башланды. Бәйгегә республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ күрше Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләренән 8-11-се кластарҙан 265 уҡыусы үҙ көстәрен һынарға килгән. Ҡатнашыусылар алдында сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Ғәлиева Әлфиә сығыш яһаны.

Төбәк-ара олимпиада 9-11 ғинурҙа үтәсәк. Олимпиадала ҡатнашыусылар, ғәҙәттәгесә, бирелгән темалар буйынса инша яҙырға, викторинаға яуаптар бирергә һәм һүҙ оҫталығында ярышырға тейеш.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ҙур еңеүҙәр һәм киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ.