тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG 20181221 WA0006

Һәр кемдең көтөп алған байрамдарының береһе - Яңы йыл яҡынлаша. Ҡала урамдары сағыу уйынсаҡтар, шәмдәр менән биҙәлгән.Кешеләрҙең йөҙҙәрендә лә шатлыҡ тойғоһо. Барыһы ла мөғжизәгә ышанып, Яңы йыл байрамын көтә.
  Тап ошо сихри мәлдәрҙә барлыҡ республика үтеп барған йылға йомғаҡ яһай. Башҡалабыҙ төрлө өлкәлә үҙен танытҡан, мәғариф өлкәһендә уңыш ҡаҙанған уҡыусыларҙы Республика байрам шыршыһына йыйҙы. Был сарала беҙҙең гимназия уҡыусылары - 7 класы у һәм 8 класы ла байрам тантанаһында ҡатнашты, бүләктәр алып, онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайтты. Уҡыусыларыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ, уҡыуҙарында тағы бейек үрҙәр теләйбеҙ

IMG 20181221 WA0005

IMG 20181221 142633