тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

          башкор 20 219 декабрь гимназиябыҙҙа сығарылыш уҡыусыбыҙ Эльвира Моталованың «Башҡорт 2.0» китабының исем туйы үтте.

Замана башҡорт йәштәре тураһындағы «Bashkort 2.0» китап - ул яңыртылған, заман менән бергә атлаған, алдынғы ҡарашлы, үҫешкә ынтылған башҡорт йәштәре тураһындағы проект.

Был проектты Эльвира Моталова 2014 йылдың ғинуар айында newbashkort.com исемле сайтта башлап ебәрә.

«Bashkort 2.0» проектында Башҡортостандан ғына түгел, ә Австралия, Бразилия, АҠШ, Мексика, Африканың Уганда илендә, Германия, Чехия, Ҡытай һәм башҡа илдәрҙә, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Рәсәйҙең башҡа мегаполистарында йәшәүсе башҡорт егет-ҡыҙҙары тураһында йөҙгә яҡын әңгәмә баҫылған.

Проекттың төп идеяһы - донъяның төрлө төбәктәрендә йәшәүсе йәштәребеҙ менән таныштырыу, уларҙың уңыш серҙәре, эштәре тураһында һөйләү, проекттарын популярләштереү, тәжрибәләре менән уртаҡлашыу, алдынғы ҡарашлы замана йәштәренең имиджын булдырыу, төрлө ерҙәрҙәге яҡташтарыбыҙҙы берләштереү. Шуныһы ҡыуаныслы: был проектта төрлө өлкәләрҙә уңыштар яулаған сығарылыш уҡыусыларыбыҙ ҙа бар.

         Балалар менән осрашыуға бик күп ҡунаҡтар килде. Улар араһында үҙ эшен яйға һалған сығарылыш уҡыусыларыбыҙ Динар Шәһиев, Ренат Хилажев, Тамъян Ғәбитов, Ринат Ғабдрахманов, шулай уҡ китапҡа ингән геройҙар Лиана Хәбибуллина, Азамат Тузбеков, Эдуард Дилмөхәмәтов, Кинйә Ҡотлоғолов, Вадим Жумабаев, Ринат Рамаҙанов менән йәнле аралашыу булды. Улар уҡыусыларыбыҙға уңыш серҙәрен һөйләне, кәңәштәрен еткерҙе, һорауҙарына яуап бирҙе.

Әйткәндәй, китап авторы Эльвира Моталова беҙҙең гимназиябыҙҙың 2007 йылғы сығарылыш уҡыусыһы. Эльвира гимназияның бөтә сараларында ла сәхнәлә алыштырғыһыҙ алып барыусы, гимназия телевидениеһы һәм «Аҡтамыр» радиоһында журналист һәм алып барыусы була, «Интернатым-пар ҡанатым» гәзитенә мәҡәләләр яҙа, йыр түңәрәгенә йөрөй, олимпиадалар һәм конференцияларҙа ҡатнашып, республика буйынса призлы урындар яулай, еңеүсе була. Гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусыларының «Ҡанаттар талпынғанда» йыйынтығында уның да шиғырҙары ингән.

2007 йылда Эльвира Тулыбаева-Моталоваға Рәми Ғарипов исемендәге премия бирелә. Сығарылыш уҡыусыбыҙ үҙенең дуҫтары менән 2009 йылда Санкт-Петербургтағы «Аманат» башҡорт йәштәре ойошмаһына нигеҙ һала, бер-нисә йыл уны етәкләй. Былтыр 2017 йылда Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары Ҡоролтайына нигеҙ һалыусыларының береһе була, әлеге ваҡытта Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары булып эшләй.

Был осрашыу бик фәһемле һәм киләсәккә маҡсат ҡуйып йәшәүгә һәм үҫешеүгә ҙур ынтылыш булды! Алыҫ араларҙы яҡынайтып килгән барлыҡ ҡунаҡтарға, айырыуса сығарылыш уҡыусыларыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, улар менән ғорурланабыҙ!

башкор 20 3