тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG 8965      8, 9 декабрҙә 3-сө ятаҡта кубик Рубика йыйыу буйынса турнир үтте. Бөтәһе 43 егет ҡатнашты. Ярыш алдынан Фәтхуллин Азамат (10Е), Садыҡов Денислам (8А), Хәлитов Фәиз (8А) кубик йыйыу буйынса мастер-класс күрһәттеләр, уйындың серҙәрен астылар, формулалары менән таныштырҙылар. Турнир 3 йүнәлештә барҙы

:  3x3 кубик,  2x2 кубик һәм пирамида йыйыу буйынса. Еңеүселәр һәм призерҙар: 3x3 - 1-се урын Дәминдәров Рамаҙан (9А)  43,76 сек. һөҙөмтә менән; 2-се урын - Хәлитов Фәиз (8А) - 45,94 сек; 3-сө урын - Кәримов Сәит (8В) - 47,08 сек. 2x2: Абитаев Иҙел (7Г) -16,0 сек; Садыҡов Денислам (8А)-19,0 сек; Хәлитов Фәиз (8А),19,2 сек. Пирамида: Фәтхуллин Азамат (10Е) -17,25 сек; Юлбарыҫов Арыҫлан (7В) - 17,50 сек; Абитаев Иҙел (7Г)- 18,22 сек. Еңеүселәр "Искра IMAX" кинотеатрына "Бамблби" киноһының премьераһына билеттар менән бүләкләнде.
Гөлнара Ғарифйән ҡыҙы Вахитова, 3-сө ятаҡ тәрбиәсеһе
IMG 8966IMG 8990IMG 9266