тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

       afysha ural batyr 681x965М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры Туған телдәр көнөнә республика халҡына оло бүләк әҙерләгән. 13 декабрҙа мәшһүр «Урал батыр» эпосы яҡут режиссеры тарафынан өр-яңынан ҡуйылды. Әгәр ҙә яңы термин менән әйтһәк - 3D форматында. 8а класы һәм эпосты яттан һөйләүселәр премьераны тәүгеләрҙән булып ҡарау бәхетенә иреште. «Тамашаның башынан аҙағынаса тиклем тын да алмай ҡараныҡ. Сал тарихыбыҙҙың эсенә инеп китеп, хайран ҡалып тамаша ҡылдыҡ. Артистарҙың уйнауы бик оҡшаны. Эпостағы геройҙарға тура килеп торалар. Кейемдәр иҫ киткес тегелгән», - тип фекерҙәре менән бүлеште уҡыусылар. Эйе, бындай яңы технологиялар ҡулланып, юғары кимәлдә әҙерләнгән тамаша, моғайын, театр тарихында беренсе тапҡыр булғандыр.

2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһы Башҡортостанда үткәрелә. Ошо уңай менән дә спектакль ҡунаҡтарға ҙур бүләк буласаҡ. Ә 2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы итеп иғлан ителде. Был да бик ҡыуаныслы күренеш. Тимәк, сәнғәтебеҙгә иғтибар артасаҡ.

Мин иһә, үҙ сиратымда, барлыҡ гимназистарҙы, педагогик коллективты тамашаға барыуын һорайым. Һәр бер башҡорт эпостың йөкмәткеһен белергә тейеш.

 

Г.С. Ҡылысова, башҡорт теле уҡытыусыһы