тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG 20181213 151645 14 декабрь - Башҡорт теле көнө айҡанлы гимназиябыҙҙа "Туған телгә һөйөү туған моңдан башлана" байрамын ойошторолдо. "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө етәксеһе, Башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе, республика, халыҡ - ара конкурстары лауреаты Ринат Рамаҙановтың сығышы сараның биҙәге булды. Ул барыбыҙҙы байрам менән ҡотланы, кәңәштәрен еткерҙе. Уҡыусыларыбыҙ башҡорт телебеҙгә арналған шиғырҙарҙы тасуири һөйләне, халҡыбыҙҙың йырҙарын, бейеүҙәрен оҫта башҡарҙы, халҡыбыҙҙың көйҙәрен өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнаны. Ҡотлау һүҙҙәренән һуң гимназия директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының фиҙаҡәр хеҙмәтен юғары баһаланы, уҡыусыларҙы әсә телен хөрмәт итергә, үҙ телең менән ғорурланырға саҡырҙы. Сара рух байрамына әүерелде. Аяғүрә баҫып ҡул сапҡан уҡыусылар залдан сығырға ашыҡманы. Барыһына тамаша оҡшаны. Тел - ул милләт йәшәүе, шуға әсә телебеҙҙе беләйек, уны һаҡлайыҡ!

IMG 20181213 154253IMG 20181213 152844 BURST001 COVERIMG 20181213 152211IMG 20181213 151626IMG 20181213 155020IMG 20181213 160751IMG 20181213 162749