тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

     1544718221Икенсе йыл рәттән башҡорт телендә шартлатып һөйләшкән, оҫта бәхәсләшкән уҡыусылар өсөн Республика дебат уйындары уҙғарыла. Быйыл был сара Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатында  үтте. Финалда төрлө район - ҡалаларҙан килгән 16 команда ҡатнашты. Тантананы асыуҙа гимназиябыҙҙың директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы, 

     "Йәш гвардия"ның  йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Люциә Юлыева, "Тамыр" телеканалының директоры Гөлназ Ҡолһарина сығыш яһап, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
     Көсөргәнешле уйындарҙан һуң 10-сы класс уҡыусылары Колеганова Вилена һәм Шәйбәкова Илвина 3-сө урын яуланы. Шәйбәкова Илвина шулай уҡ уйындың "Иң яҡшы спикеры" тип билдәләнде.
     Ҡыҙҙарҙы был еңеүҙәре менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм алдығы тормоштарында ла уңыштар теләйбеҙ! Афарин!

1544718132154471797915447178491544718231