тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

 MG 9602 Йыр - башҡорт музыка сәнғәтенең киң таралған жанрҙарының береһе, халыҡтың борондан килгән тормош юлдашы. Йырһыҙ кеше ғүмерен күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Таланттарҙы барлау, уларҙы үҫтереү маҡсатында гимназияла "Башҡорт йыры" конкурсы уҙғарылды.
"Башҡорт йыры" конкурсының финалын балалар көтөп алды. Был сара III турҙан торҙо. Бәйгелә барыһы 41 конкурсант ҡатнашты. Шуларҙың 24-е II турға һайлап алынды. I турҙың баһалау ағзалары ситтән саҡырылған ҡунаҡ, "Йәшлек-шоу" йыр конкурсының еңеүсеһе Сәйет Сәйетғәлин, гимназияның музыка уҡытыусыһы һәм хор етәксеһе Айгөл Фәрүәз ҡыҙы Ишбаева, 8 "е" класы тәрбиәсеһе,музыка белгесе Зифа Илшат ҡыҙы Мәҡсүтова булды. 
22 ноябрь "Башҡорт йыры" ң киләһе туры булды, был этапта жюри итеп профессиональ йырсылар саҡырылды. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының актрисаһы, билдәле әҫәрҙәрҙең төп ролдәрен башҡарыусы, үҙенең күркәм тауышы менән тамашаны йәлеп итеүсе йырсыбыҙ Алһыу Бәхтиева, моңло тауышы менән таң ҡалдырған йырсыбыҙ,  республика  йыр бәйгеләре  конкурсы  лауреаты РадмирТуйсин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, актер, танылған йырсы Илнур Лоҡманов II турҙағы ҡатнашыусыларҙы баһаланы. Улар 24 конкурстанттың 15 ҡатнашыусыһын финалға һайлап алды. Һәр жюри үҙенә конкурсантты һайлап алды һәм финалға уларҙы әҙерләне. 7 декабрь "Башҡорт йыры" конкурсының гала-концерты үтте. Сарала һәр конкурсанттың ныҡлы әҙерлеге күренде, береһенән - береһе матур сығыш яһаны. Жюри ағзаларына иң - иңдәрҙе һайлау ауырға тура килде. Бәйге булғас, еңеүселәр билдәләнде. 1-се урын 8 класс уҡыусыһы Килдин Искәндәр менән 9 класс егете Һатлыҡов Артурға бирелде. 2-се урынға 7-се класс уҡыусыһы Шәймәрҙәнов Илшат менән 10-сы класс уҡыусыһы Ҡотлоюлова Азалина лайыҡ булды. 3-сө урынды 10-сы класс уҡыусыһы Төркмәнова Айзилә, 9-сы класс уҡыусыһы Йәғәфәрова Нурзилә, 11-се класс уҡыусыһы Манапова Нургизә бүләште. "Нәзәкәтлек" номинацияһы еңеүсеһе - Киреева Аделина, " Иң яҡшы дуэт " номинацияһы еңеүсеһе - Ишемғолова Регина менән Задин Альберт, " Заман стиле " номинацияһы еңеүсеһе - Низаметдинова Алһыу, " Өмөт" номинацияһы еңеүсеһе - Хөснийәрова Алтынай, "Иң яҡшы ансамбль " номинацияһы еңеүсеһе 9 Д класы булды. Бар ҡатнашыусыларға ла иҫтәлеккә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Алһыу Бәхтива балаларға изге теләктәрен әйтеп, бүләктәрен бирҙе. "Башҡорт йыры" конкурсы матур байрам кисәһенә әүерелде һәм онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Был сара барыһына ла оҡшаны. Еңеүселәрҙе тағы бер тапҡыр ҡотлайбыҙ, ижади үрҙәр теләйбеҙ!

9а класы тәрбиәсеһе Әхмәтова Гүзәлиә Мөҙәрис ҡыҙы

 MG 9640 MG 9632 MG 9596 MG 9510 MG 9582 MG 9589 MG 9573 MG 9531 MG 9514Гранпри MG 9735 MG 9691 MG 9740 MG 9773