тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

кураисты 27 декабрҙә Өфө ҡалаһында Әҙеһәм Исҡужин исемендәге V Асыҡ ҡурайсылар конкурсы үтте. Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Өфө ҡалаһы хәкимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт бүлеге идаралығы.
Бәйгенең маҡсаты – ҡурайсы, педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙеһәм Динислам улы Исҡужиндың исемен мәңгеләштәреү, халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү, йәш быуын ҡурайсыларына рухи тәрбиә биреү.
      Бәйгенең шарттарына ярашлы, башҡа конкурстарҙан айырмалы рәүештә, 16 йәштән өлкән башҡарыусылар мотлаҡ халыҡ йырҙарын ҡурайҙа уйнап һәм йырлап күрһәтергә тейеш булды. Бындай талаптар халҡыбыҙҙың борондан килгән сәсәнлек традицияларын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Һәр ҡурайсы көйҙөң тарихын белергә, төрлө варианттары менән уйнай һәм йырлай белергә тейеш. Әҙеһәм Исҡужин шундай юғары башҡарыу оҫталығына эйә булған шәхес ине! Был сарала беҙҙең ҡурайсылар ансамбле солистары ла ҡатнашты.
    Бәйгенең һөҙөмтәләре буйынса Гран-прины Өфө ҡалаһының «Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисы Юнир Һағынбаев яуланы.
Беҙҙең гимназиябыҙҙың ҡурайсылары, 12 йәштән 16 йәшкә тиклемге категорияла, 10 «Б» класс уҡыусыһы Нур Собханғолов I дәрәжә диплом һәм лауреат исеменә, 10 «А» класс уҡыусыһы Илназ Фәтҡуллин II дәрәжә диплом һәм лауреат исеме, 9 «А» класс уҡыусыһы Айҙар Исхаҡов III дәрәжә диплом һәм лауреат исеме менән, ә 10 «Д» класс уҡыусыһы Дим Баймырҙин диплом менән бүләкләнделәр. Шулай уҡ Нур Собханғолов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр бүлеге әҙерләгән махсус диплом һәм призға лайыҡ булды. Бүләкте йәштәр бүлеге рәйесе, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов тапшырҙы.

Кискеһен үткән Гала-концертта гимназиябыҙҙың Әҙеһәм Исҡужин исемендәгә ҡурайсылар ансамбле уңышлы сығыш яһаны.
Ҡурайсыларыбыҙҙы ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә яңы үрҙәр һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

Еңеүсе һәм призерҙарҙы әҙерләүсе Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле етәкселәре Васил Ришат улы Баймырҙин менән Венер Рәжәп улы Йылҡыбаевҡа оло рәхмәт белдерәбеҙ!

IMG 20181208 WA0004кураисты 1кураисты 3