тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

       IMG 8943Уҡыу йортобоҙҙа уҡыусыларҙың ялын дөрөҫ, файҙалы үткәреүгә иғтибар ныҡ бирелә. Был йәһәттән ял көндәрендә эшләгән тәрбиәселәр ҙур эш башҡара.  Мәҫәлән, 1,2,8 декабрҙә Гөлнара Ғарифйән ҡыҙы Вахитова етәкселегендә 3-сө ятаҡта егеттәр араһында шашка буйынса турнир үтте.   

     1, 2, 8 декабрҙә гимназияның 3-сө ятағында шашка буйынса турнир үтте.  Турнирҙа бөтәһе 55 егет ҡатнашты. Көсөргәнешле ярыштан  һуң еңеүселәр билдәләнде.
7-се кластар араһында Иманғәлин Альмир (7 А кл.), 8-селәрҙә - Әхмәтов Байрас (8 В кл.), 9-сыларҙа - Мәхмүтов Айҙар (9 Е кл.), 10-сыларҙа Фәтҡуллин Илназ (10 А кл.) еңеүсе булды.
Абсолют еңеүсе тип  Фәтҡуллин Илназ табылды, уға ҡиммәтле бүләк - сымһыҙ наушник тапшырылды.  Призлы урын яулаусылар футболкалар һәм блокноттар менән бүләкләнде.

 

IMG 8764IMG 8765IMG 8773IMG 8774IMG 8921IMG 8952