тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

ALHq1c57y8o-min.jpgҠурайсылар ҡурай уйнамаҫ,

Башҡорт ҡурайҙары булмаһа.

Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ,

Йөрәгеңдә дәрттәр булмаһа”

Ҡурай - башҡорт халҡының ғорурлығы. Ә ҡурайсы – халҡыбыҙҙың, тыуған еребеҙҙең данын, абруйын арттырыусы ул. 28 ноябрь гимназиябыҙҙа милли уйын ҡоралыбыҙ – ҡурайға мәдхиә йырланды. Был байрамды Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле етәкселәре Вәсил Ришат улы Баймырҙин менән Венер Рәжәп улы Йылҡыбаев ойошторҙо. 2004 йылда ансамблгә нигеҙ һалына. Ҡурайсыларыбыҙ республика кимәлендә үткәрелгән төрлө байрамдарҙа, концерттарҙа, конкурс һәм фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Үҙенең моңдары менән беҙҙе ҡыуандыра.

Концертта егеттәр “Ҡурай бәйете”н башҡарҙы, “Урал”, “Абдрахман”, “Бикташев маршы”, “Саптар юрға”, “Байыҡ”, “Ирәндек”, “Сыңрау торна” халыҡ көйҙәрен өҙҙөрөп уйнаны, ә инде “Любизар” халыҡ көйөн башҡарғанда, түҙмәй, йырлап-бейеп тә алдылар. Илназ Фәтҡуллин ҡурайҙа сит ил көйөн ишеттерһә, сығарылыш уҡыусыбыҙ, төрлө конкурстар еңеүсеһе Фәдис Асҡаровтың “Илһам” композицияһы барыһына оҡшаны. “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең “Ҡаһым түрә”, “Заһиҙә” бейеүҙәре дәртләндерҙе.

Байрам ҡунағы Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, халыҡ-ара һәм республика бәйгеләре лауреаты Роберт Юлдашевтың сарала булыуы йәш ҡурайсылар, ғөмүмән, гимназистар өсөн оло мәртәбә булды. Ул уҡыусыларға ҡурайҙың сихри көсө, әһәмиәте тураһында һөйләне.

Бар донъяны онотоп, берсә һағышланып, берсә дәртләнеп, ҡурай моңона сорналып, ләззәтләнеп тамаша ҡылды залда ултырыусылар. Сөнки халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө сағыла был моңдарҙа. Концерт бөтәһенең күңеленә хуш килде, уҡыусылар үҙҙәренә рухи аҙыҡ алды. Ансамблгә киләсәктә бейек үрҙәр һәм ҡурайсыларыбыҙҙың һаны тағы ла артыуын теләйбеҙ.

Ҡурай моңдары мәңге тынмаһын! Килер быуындарыбыҙ күңеленә ата-бабаларыбыҙҙың рухы ҡурай аша еткерелһен!

Тәрбиә эштәре буйынса

директор урынбаҫары

Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова

 

_3DQnbhT7-4-min.jpgVWJ4u-rpg2w-min.jpgUQXU6ROZ2r8-min.jpgfLXdUOYUN1A-min.jpg