тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

PI-297.jpg26 ноябрь көнө гимназиябыҙға Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары спектакль күрһәтте. Тамаша тәрән йөкмәткеле булды.
“Йәшәгән, ти” спектаклен ҡарағанда бына нимә күҙ алдына баҫа: хайуандарҙың күҙенән кешеләргә ҡарап, улар кисергәнде кисергән­дәй тояһың. Шулай кешеләрҙең ҡайһы бер ҡылыҡтарын, теге йәки был осраҡта ниңә үҙҙәрен шулай тотоуҙарын, яҡшы-яман яҡтарын һәйбәтерәк аңларға була. Моғайын да, тамаша авторының, уның ҡуйыусыһының маҡсаты ла шундайҙыр, үҙ-үҙеңә сит күҙлектән ҡараһаң, күп һорауҙарға ла яуап табыласаҡ, аңлау йөрәктең үҙенә лә барып етәсәк.