тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

imgonline-com-ua-Resize-WBRIEpZrmdFD8Bk1.jpgЙырсы - ул уй-хистәрен, ниәт-теләктәрен моңло итеп кеше күңеленә еткереүсе. Кеше йырһыҙ йәшәй алмай. Йыр - кешенең юлдашы ла, моңдашы ла, серҙәше лә. Беҙҙең гимназияла үткәрелгән "Башҡорт йыры" конкурсы был һүҙҙәрҙе иҫбатлай.
Бәйгенең төп маҡсаты - балаларҙың һәләтен асыу, рухи байлыҡтарын, сәнғәткә һөйөүен арттырыу, башҡорт йырҙарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, йырсыларыбыҙҙы танытыу һәм үҙ телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү.
               "Башҡорт йыры" конкурсы 3 турҙа ҡаралған. I турҙа ҡатнашыусылар һаны 41-гә етте. Киләһе турға жюри 24 бәйгесене һайлап алды. Конкурсанттарҙы баһаларға мәртәбәле жюри саҡырылды. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары, билдәле йырсылар Алһыу Бәхтиева һәм Илнур Лоҡманов, моңло тауышлы республика конкурстары лауреаты Радмир Туйсин, "Гәлсәр " хор коллективы етәксеһе Айгөл Ишбаева, музыка белгесе, тәрбиәсе Зифа Мәҡсүтованы балаларҙың йырға булған һөйөүе таң ҡалдырҙы. Береһенән-береһе сағыу йондоҙҙарҙы һайлауы ауыр ине. Жюри ағзалары үҙ эштәренә яуаплы ҡараны, һәр сығышты ентекле, ғәҙел итеп баһаланы, барыһын артҡа әйләнеп ултырып тыңлап, башҡарыусы оҡшаһа, йөҙҙәре менән әйләнеп, иң-иңдәрҙән үҙҙәренә команда йыйҙы. III турға үтеүселәр билдәле йырсыларҙан дәрес алып, һынауға әҙерлек башланылар ҙа инде.
Гала-концерт декабрҙең тәүге аҙнаһында уҙасаҡ. Бәйгеселәргә үҙҙәрен һынатмай, уңышлы сығыш яһауҙарын теләйек.


Гөлназ Ишемғужина, йәш хәбәрсе