тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG_8893.JPG«Таңсулпан» драма түңәрәге сығышын балалар ҙа, ололар ҙа һәр саҡ көтөп ала. 16 ноябрь гимназиябыҙҙың тамаша залында уҡыусылар туп-тулы булды. Быйылғы уҡыу йылын улар Зөһрә Рәхмәтуллинаның “Яҙмышымдың яҙы” драмаһының премьераһы менән асып ебәрҙе. Уҡыусылар үҙҙәренең сығышы менән тамашасыларҙы әсир итте. Залда әҫәрҙең авторы ғалимә, һоҡланғыс шәхес, заманында Башҡортостандың мәғариф министры, Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары йөгөн тартҡан, бөгөнгө көндә БР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре, философия фәндәре докторы, абруйлы профессор, Рәсәй Федерацияһының VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы етәксеһе Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллинаның булыуы оло мәртәбә булды. Ул балаларҙың талантын, түңәрәктең ижадын юғары баһаланы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Рима Фәез ҡыҙы Нәбиеваға ихлас күңелдән рәхмәттәрен еткерҙе. Гимназия директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова театр коллективына киләсәктә ижади уңыштар теләне. Спектакль бөткәс тә, залдан тамашасылар сығырға ашыҡманы, аяғүрә баҫып алҡышланы.

Минең маҡсатым актерҙар әҙерләү түгел, ә балаларҙа үҙ-үҙҙәренә ышаныс тәрбиәләү,” - тине түңәрәк етәксеһе Рима Фәез ҡыҙы.

Театр – ул күңел тәрбиәһе, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Киләсәктә лә фәһемле спектаклдәрегеҙ менән беҙҙе шатландырырға яҙһын!

 

IMG_9061.JPGIMG_8962.JPGIMG_8955.JPGIMG_8864.JPG