тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG-20181114-WA0035.jpg

тип, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты  студенттары менән осрашыуыбыҙ башланып китте. Иң тәүҙә был уҡыу йорто тураһында мәғлүмәти видео-ролик күрһәтелде, һуңынан беҙҙең менән филология фәндәре докторы, профессор, беҙҙең гимназияның сығарылыш уҡыусыһы  Гөлнур Һарун ҡыҙы Бохарова әңғәмә ҡорҙо. Ул телдең бөгөнгө көндә ниндәй мөһим роль уйнауы, бай, тәрән булыуы тураһында һөйләне һәм тап филология факультетында  телде һөйгән, аҡыллы, тырыш кешеләрҙең белем алыуы хаҡында әйтте. Студенттар беҙҙе вуздағы тормош менән таныштырҙы, төрлө саралар үтеп тороуын һәм  төрлө өлкәлә   үҫешеү мөмкинлеге барлығын бәйән итте. Университетта телдәр буйынса йүнәлештәрҙең бик күп булыуы тураһында ла белдек.
   Ҡунаҡҡа килгән студенттар беҙгә тел оҫталығынан башҡа, үҙ һөнәрҙәрен дә күрһәтте, тимәк университет һәләттәрҙе үҫтереүгә лә ярҙам итә. Был уҡыу йортон тамамлаусылар эш эҙләү мәсьәләһе менән борсолмай, сөнки улар журналист, мөхәррир, төрлө телдәр уҡытыусыһы, тәржемәсе, экскурсовод кеүек һөнәрҙәрҙе иркен һайлай, бигерәк тә кеше үҙ өҫтөндә етди эшләһә, ул ғалим, кандидат дәрәжәһенә тиклем дә күтәрелә алыуы тураһында мәғлүмәт алдыҡ.
  Гөлнур Һаруновна фекере буйынса, тел менән бәйле һөнәрҙәрҙе һайлауҙан ҡурҡыу кәрәкмәй, әгәр кеше үҙ эшен яратһа, бар күңелен  һалып башҡарһа, ул үҙе-үҙенән оҫтарып, бейек үрҙәргә менәсәк!
   "Һин телдәр менән ҡыҙыҡһынһаң, телмәреңде артабан байытырға теләһәң,  филология йүнәлешен һайла",- тип тамамланды беҙҙең осрашыу.
Сара барыбыҙға оҡшаны.

9Б класы уҡыусыһы Айгүзәл Вәлиева

 

IMG-20181114-WA0034.jpg