тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

 uVF54X_L9Rc.jpg     Салауат Юлаев-үҙенең илһөйәрлеге,азатлыҡҡа ынтылышы менән бөтә донъяны таң ҡалдырған милли батырыбыҙ. Милли батырыбыҙ исеме төрлө әҫәрҙәрҙә, ер-һыу атамаларында, һәйкәлдәрҙә,фильмдарҙа мәңгелләштерелгән. Улар беҙҙе шундай бөйөк геройыбыҙҙы онотмаҫҡа, унан өлгө алырға,артабан да Салауат рухын киләһе быуынға тапшырырға,тарихтағы тәрән эҙҙе юҡ итмәҫкә әйҙәй. Шундай фильмдарҙың береһе - "Салауат юлдарынан " документаль фильмы. Проект авторы - кинематографистар союзы председателе Фәрит Ғәбитов, С.Юлаевтың тормошон һәм ижадын ентекле өйрәнеүсе билдәле ғалим,әҙәбиәт белгесе, гимназиябыҙҙың өлгөлө сығарылыш уҡыусыһы Мираҫ Иҙелбаев етәкселегендә, сценарист Зөһрә Бураҡаева һәм Таңсулпан Бураҡаева режиссерлығында төшөрөлгән Өфө-Палдиски -Өфө экспедицияһы. Беҙгә,гимназистарға, был фильмды ҡарау, шулай уҡ режиссер Таңсулпан Бураҡаева һәм фильмда Салауат ролен уйнаған, беҙҙең сығарылыш уҡыусыһы Морат Рафиҡов менән күрешеү бәхете тейҙе. Фильмды бөтәһе лә ҙур ҡыҙыкһыныу, ғорурлыҡ менән ҡараны.Күптәр фильмды ҡарағандан һуң, уйға баттылар, сөнки фильм береһен дә битараф ҡалдырманы. Салауат һәр беребеҙҙең күңелендә.

 

Гөлназ Ишемғужина, йәш хәбәрсе

 

 

2gTrQ4maHwg.jpgxM4gsB1bCAA.jpgw8tM9yd3Nzc.jpgML9cdoRPr5k.jpgACCYCgiYgfY.jpg