тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

y3ld6xxK-SM(1)-min.jpg

Быуаттарҙан быуаттарға
Һуҙылып килгән сылбыр,
Ваҡыт аты дуғаһында
Сыңғырап килгән ҡыңғыр.


          Һәр төбәктең үҙенә генә хас, матур, сағыу йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре байтаҡ. Ошо матур йолаларҙы тергеҙеү, үҫтереү, һаҡлап ҡалыу, уны йәш быуынға тапшырыу, пропагандалау маҡсатында
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында Бөтә Рәсәй сәсәндәре фестивале уҙҙы. Был сараға гимназиябыҙҙың 9е класы барып тамаша ҡылды. Конкурсанттарҙың сығыштары бик бай йөкмәткеле, костюмдары бик сағыу булды. Улар төрлө халыҡ музыкаль инструменттарында уйнанылар, “ Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Урал батыр” мәшһүр эпостарын бик тасуири итеп һөйләнеләр. Конкурсанттар Ҡырғыҙстан, Саха(Яҡут), Коми, Дағстан, Ҡаҙағстан Республикаларынан үҙ таланттарын күрһәтергә килгәндәр. Гран-при яулаусы үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың Учалы ҡалаһынан Мәүлетбай Ямалетдинов булды. Уға шулай уҡ Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге Махсус приз тапшырҙылар.
        Мәүлетбай Ямалетдиновты ысын күңелдән еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Уға һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ. Ошо конкурсты ойоштороусыларға мең-мең рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, сөнки улар йәш быуынға ҙур өлгө күрһәттеләр: үҙ әсә телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, сәсәндәрҙе онотмаҫҡа, бай тарихлы халҡыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡларға кәрәклекте тағы ла беҙгә иҫкәрттеләр. Сара бик файҙалы булды һәм барыбыҙға оҡшаны.

Ғарипова Рәзилә, 9е класы уҡыусыһы

6oo5FhAFBkk.jpgфест сэсэнов.jpg