тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG-20181018-WA0034.jpg 17 октябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында арҙаҡлы башҡорт шағиры, яҙыусы hәм драматург, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл айҡанлы “М. Кәрим. Яҡын горизонт” спектакленең премьераһы үтте (режиссеры – Альберт Имаметдинов).

           Был тамаша Мостай Кәримдең тулы портреты булып тора, сөнки сәхнәлә уның шиғырҙары, бала сағы һәм һуғыш йылдарындағы хәтирәләре, мөхәббәт хаҡында уйланыуҙары, киң билдәле әҫәрҙәренең өҙөктәре яңғыраны. Спектакль өҫтөндә эшләүселәр шәхесте төрлө яҡлап асты.

         Был премьераны гимназиябыҙҙың 7-се, 8-се, 11Е кластары барып тамаша ҡылды. Улар бөйөк шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова һәм башҡа билдәле кешеләр менән осрашты. Спектакль башланыр алдынан уҡыусылар театр буйлап сәйәхәт ҡылды, театрҙың төп майҙанында М. Кәрим китаптарының күргәҙмәһе менән танышты, кескәй балаларҙың актерлыҡ һәләттәрен ҡараны.

Премьера аншлаг менән үтте. Күҙҙең яуын алырлыҡ декорация, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс постановка, театрҙың сихри һауаһы – былар барыһы ла уҡыусыларҙың күңеленә хуш килде, шәхес тураһында бай мәғлүмәт алып, күтәренке кәйеф менән ҡайттылар.

 

IMG-20181018-WA0038.jpgIMG-20181018-WA0033.jpgIMG-20181018-WA0035.jpgIMG-20181018-WA0036.jpg