тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

Федор Кащеев.jpg

 

Беҙҙең уҡыу йорто үҙенең сығарылыш уҡыусылары менән һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булды. Һәммәһен дә гимназия-интернатының ғорурлығы, йәш быуын өсөн өлгө, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлаусылар тип атап була.

Улар араһында Фазлетдиновтар ғаиләһен айырым билдәләп үтергә кәрәктер. Фазлетдинов Ҡәдүрий Әбдрәхим улы сығышы менән Учалы районынан. Ул 1-се интернат - мәктәпте 1963 йылда тамамлай. Өфөлә уҡый, хеҙмәт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән шәхестәребеҙҙең береһе. Туған мәктәбенә ҡарата рәхмәт тойғоларын әле булһа ла күңелендә һаҡлай Ҡәдүрий Әбдрәхим улы. Уңайы сыҡҡан һайын ҙур теләк менән гимназистарға ярҙам ҡулы һуҙа. Мәҫәлән, бынан 5 йыл элек ул Ф. А. Кащеевтың “Башҡорт балы” тигән картинаһын бүләк итһә, йәй айҙарында Италияла Халыҡ-ара фольклор фестивалендә ҡатнашыусы «Аҡйондоҙ» балалар бейеү ансамбленә ҙур матди ярҙам күрһәтте.

Ҡәдүрий Әбдрәхим улы хаҡлы ялда булһа ла, ҡул ҡаушырып ултырмай. Уҡыусыларҙың, коллективтың хәлен белер өсөн, тыуған мәктәбенә ашҡынып килә. Был юлы ла ул буш ҡул менән килмәне: китапханаға яратҡан рәссамы Ф. А.Кащеевтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған альбом-китап бүләк итте.

Форсаттан файҙаланып, гимназияның ҙур татыу коллективы Ҡәдүрий Әбдрәхим улына ҙур рәхмәттәрен еткерә. Ике аралағы хеҙмәттәшлек артабан да дауам итер, тип ышанабыҙ.

Г. С. Ҡылысова, башҡорт теле уҡытыусыһы