тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

WhatsApp Image 2018-10-08 at 22.24.47.jpeg

6 октябрь көнө Салауат ҡалаһында еңел атлетиканың эстафета йүгереүе буйынса республика беренселеге үтте. Физик тәрбиә уҡытыусыһы Фәйзулла Ғәбдүлйән улы Абдрафиҡов етәкселегендә 22 уҡыусы был ярышҡа юлланды һәм уңышлы сығышы менән һөйөндөрҙө. Төрлө йәштәге уҡыусыларҙан барлығы алты команда һынау тотто. Һөҙәмтәләр түбәндәгесә:

  1. 7-се кластар араһында 500 м оҙонлоҡта егеттәр командаһы – 1-се урын; ҡыҙҙар - 3-сө урын;
  2. 8-9-сы класс уҡыусылары араһында 1000 метрға егеттәр командаһы ла, ҡыҙҙар ҙа 3-сө урын яуланылар;
  3. Өлкән класс егеттәре 1500 м дистанцияла 2-се урын яулауға өлгәште.

Трасса Салауат ҡалаһының ял паркында таулы урында урынлашыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларыбыҙ юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Уларҙың араһынан Киранов Илдус, Бикбулатов Камил, Хабиев Рим, Шәйәхмәтова Айзидә, Нармөхәмәтов Айҙар, Иманғәлин Әлмир, Саҙретдинов Сыңғыҙ, Әбүләев Уралды билдәләп үтергә кәрәк.

Уҡыусыларға һәм уларҙың етәксеһе Абдрафиҡов Фәйзулла Ғәбдүлйән улына ҙур рәхмәттәр еткерәбеҙ, уңыштар теләйбеҙ!

          

 

WhatsApp Image 2018-10-08 at 22.25.29.jpegWhatsApp Image 2018-10-08 at 22.25.30(1).jpegWhatsApp Image 2018-10-08 at 22.25.29(1).jpegWhatsApp Image 2018-10-08 at 22.25.09.jpegWhatsApp Image 2018-10-08 at 22.25.30.jpeg