тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG-20181006-WA0059_resized_20181007_121242877.jpg

 

      6 октябрь сығарылыш уҡыусылары,йәғни "Шатлыҡ бар" хәләл кафеһы ( "Радость есть" кафе - халяль) етәкселәре Хилажев Ренат Рафаил улы (2000 йылғы сығ.уҡ), Ғәбделмәнов Рауил Ғәбделлатип улы (2000 й. сығ.уҡ), Ғәбделмәнов Линар Ғәбделлатип улы (2005 й. сығ.уҡ) гимназиябыҙҙың педколлективына оло рәхмәтен белдереп, байрам табынына йыйҙы. Байрамға ветеран уҡытыусылар ҙа саҡырылды. Гимназиябыҙ директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова педагогтарға матур теләктәр әйтеп, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Билдәле йырсы Рәдиф Зарипов табындың биҙәге булды.
      Ихтирам итеп, оло табынға йыйған сығарылыш уҡыусыларына педколлектив исеменән рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә уларға ныҡлы һаулыҡ, юғары бейеклектәр теләйбеҙ!