Уҡытыусы һәм тәрбиәсе - иң яуаплы һөнәр эйәләренең береһе. Уларға йәштәрҙе- илебеҙҙең киләсәген тәрбиәләү ышанып тапшырылған. Изге һөнәр эйәләре тураһында Зәки Сөләймәнов былай ти:
Уҡытыусы эшен баһаларға
Табылмаған әле үлсәмдәр.
Үҙ хәленән сығып баһа бирә
Дәрес үткәргәнен күргәндәр.
Дәрес үткәреүе – был эштең бер
Иң яуаплы ҡыҫҡа өлөшө.
Уҡытыусы эше – айсберг булһа,
Дәрес –һыуҙан өҫкө өлөшө.
Беҙҙең гимназия Уҡытыусылар көнөн ныҡлы әҙерлек менән ҡаршы алды. Гимназистар үҙҙәрен уҡытыусы урынында һынап ҡаранылар, ә уҡытыусылар киреһенсә, бала-саҡ иленә ҡайтҡандай, шаян уҡыусы булдылар. Тантаналы линейка, уҡытыусыларға,тәрбиәселәргә саф йөрәктән бирелгән гөлләмәләр, уҡыусыларҙың рәхмәтле йөҙҙәре, диуарҙарҙағы төҫлө ҡотлауҙар байрамды ысын мәғәнәлә йәнләндерҙе. Ойоштороусыларҙың сараға яуаплы ҡарауы, юғары кимәлдәге әҙерлек- һәр береһенең йөҙөндәге йылмайыуында сағылды.
Уҡытыусыларға оҙон ғүмер,ныҡлы һаулыҡ,түҙемлек, эштәрендә уңыштар, балаларға артабан да төплө белем биреүҙәрен, өлгөлө уҡыусылар, күберәк шатлыҡлы ваҡыттар теләп ҡалам.
Гөлназ Ишемғужина, йәш хәбәрсе