тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      садим елиКөҙ - һыуыҡ елдәр иҫеүе менән ағастарҙың япраҡтарын тирә-яҡ буйлап сәйәхәт иттереүсе, йәмғиәткә һәр бер көн ҡәҙерле һәм ҡабатланмаҫ икәнен белдереүсе миҙгел.

Бөгөн, 1 октябрь - Ололар көнө. Беҙҙең гимназия был көндө оло хөрмәт менән ҡаршы алды: сараға ветерандар, оло йәштәге билдәле кешеләр килде. Улар йола буйынса гимназистар менән бергә гимназияның 75 йыллығына һәм республиканың 100 йыллығына арнап ағас ултырттылар, гимназистар матур концерт күрһәттеләр, саранан һуң ветерандарға табын ойошторолдо. Ҡотлау һүҙе менән директорыбыҙ Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова һәм профсоюз ойошмаһы рәйесе Рәйлә Адрахман ҡыҙы Юнысова сығыш яһаны.

Ололарҙы хөрмәтләү-яҡшылыҡтын билдәһе. Быуындар алмашына, ә ололар мәңгелеккә тарихта, хәтерҙәрҙә тороп ҡалалар.

Моңһоу көҙгә ҡарамайынса, ветерандарға күберәк шатлыҡлы, бәхетле көндәр, оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.Артабан да шундай сараларҙа бергәләшеп осрашып торорға яҙһын.

Гөлназ Ишемғужина, йәш хәбәрсе

 

 MG 7123  MG 7117 MG 7128index 1садим ели1

садим ели2садим ели4садим ели5садим ели6садим ели7садим ели8сажаем елисажаем ели2