тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

         в БГУ 125 сентябрь көнө гимназиябыҙҙа Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филология һәм журналистика факультеты доценты, филология фәндәре кандидаты Илшат Камил улы Янбаев һәм филология фәндәре докторы, билдәле ғалим, БДУ профессоры Ғиниәт Сәфиулла улы Ҡунафин менән осрашыу үтте. Әңгәмә бик файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булды. Профессорҙар уҡыусыларҙы телде һөйөргә, онотмаҫҡа саҡырҙы. Гимназияны уңышлы тамамлауҙарын, буласаҡ башҡорт милләтенең элитаһы һәм халҡыбыҙға кәрәкле кеше булыуҙарын теләнеләр. Уҡыусыларҙы Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филология һәм журналистика факультеты бүлектәре менән таныштырҙылар һәм уҡырға саҡырҙылар. Ә гимназистар иһә үҙҙәренең буласаҡ профессиялары тураһында һорауҙар бирҙеләр.

Шулай уҡ, Башҡорт дәүләт университеты студенттары тарафынан уҡыусыларға дәртле бейеүҙәр һәм йырҙар күрһәтелде. Осрашыу күмәк фото төшөү менән тамамланды.

 

в БГУ 2