тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      посвящение в гимназисты 6 Гимназия-интернатында күп байрамдар, саралар күптән инде матур йолаға әүерелгән. Ошо аҙнала “Гимназистарға бағышлау” сараһы гөрләп үтеп китте. Яңы ғына уҡырға, белем алырға тип килгән уҡыусылар менән яҡындан таныштыҡ. Һәр уҡыусы ысын гимназисҡа әйләнеүен тап шул көндән башланы.

       Йәш гимназистарға ниндәй теләктәр әйтергә?

       Быуатҡа яҡын ғүмере эсендә гимназия-интернат бик күп уҡыусыларға белем донъяһын аса. Элекке сығарылыш уҡыусылары – яҙыусылары, шағирҙары, артистары, ғалимдары, дәүләт эшмәкәрҙәре, спорт мастерҙары менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Йәш гимназистарға оло үрҙәр яулаған ағай-апайҙарҙан өлгө алырға кәрәк. Гимназия-интернатының ҙур коллективы һеҙгә ҙур өмөттәр бағлай. Тырышып белем алырға, тәртипле булырға, дәрестән тыш үткәрелгән сараларҙа бөгөнгөләй әүҙем булырға, мәктәп тарихында яҡты эҙ ҡалдырырға, яҙмыш ебәргән һынауҙарға бирешмәҫкә саҡырабыҙ. Ә гимназия иһә мотлаҡ һеҙҙең икенсе тыуған йортоғоҙға әйләнәсәк.  

       Кисәнең аҙағында уҡыусыларға, ант биргәндән һуң, иҫтәлекле значоктар таратылды.

Гөлназ Ишемғужина, йәш хәбәрсе

 

посвящение в гимназисты 7посвящение в гимназисты 1посвящение в гимназисты 2посвящение в гимназисты 4посвящение в гимназисты 5посвящение в гимназисты 8