тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      день открытых дверей 4 09 сентябрь көнө гимназиябыҙҙа «Асыҡ ишектәр көнөүтте. Был сараны психологтар Халиҡова Лилиә Рәшит ҡыҙы менән Канафина Линара Булат ҡыҙы 7-8-се кластар өсөн “Мин яратам һине, тормош!” тренингы менән башлап ебәрҙе. Тренингта балалар үҙҙәре менән булған төрлө хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп фекер алыштылар, тормош тик уңыштарҙан ғына тормай, ә ауыр саҡтарҙың да булыуы мөмкин тигән һығымтаға килделәр һәм уларҙы еңел үткәреү юлдарын ҡаранылар. Тренинг балаларҙың «Мин яратам һине, тормош, сөнки....” темаһына һүрәттәр төшөрөү менән тамамланды.

Артабан яңы уҡырға килгән 7-8-се класс уҡыусылары өсөн «Сағыу йондоҙҙар эҙләйбеҙ” конкурсы ойошторолдо. Йырсылар, бейеүселәр, шиғыр һөйләүселәр үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте.

Физкультура уҡытыусылары Зәйнетдинова Г.А., Ғайсин Ғ.Д., Ҡунысбаева Э.Р., Абдрафиҡов Ф.Ғ., Күҫәков Р.Ф  был көндө уҡыусыларға «Беҙ сәләмәт тормош өсөн» тип аталған футбол, волейбол, баскетбол, күңелле старттар ярыштары үткәрҙеләр.

Үткәрелгән саралар фәһемле булды, барыһына оҡшаны.

 

день открытых дверей 1день открытых дверей 2день открытых дверей2 2день открытых дверей 3день открытых дверей 8