тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

Артек 3Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының балалар хор коллективы «Рәсәй балалары йырлай» Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеү яуланы. Фестивалдең республика этабында еңеүсе «Гәлсәр» коллективы абруйлы жюри ағзалары тарафынан артабан бәйгелә ҡатнашыу өсөн юллама алды. Был бәйгенең финалы иһә Ҡырымдың бөтә донъяға билдәле «Артек» лагерында үтәсәк. Һуңғы этапҡа Рәсәйҙән бөтәһе 17 хор коллективы саҡырылған.

«Гәлсәр» коллективы 2016 йылда ойошторолдо. Барлығы 7-10 класта уҡыған 30 ҡыҙ шөғөлләнә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә коллектив төрлө конкурстарҙа дипломант һәм лауреат исемдәрен яуланы, Түбәнге Новгород ҡалаһында үткәрелгән ярышта иһә Гран-при алыуға өлгәште. Репертуарҙа күберәк башҡорт композиторҙарының йырҙары, шулай уҡ халыҡ, рус, сит ил классикаһы йырҙары өйрәнелә. Етәксеһе – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының хор дирижеры бүлеген тамамлаусы Айгөл Ишбаева, концертмейстеры – Альмира Билалова.

Әлеге ваҡытта коллектив Ҡырымда, улар оло ярышҡа әҙерләнә, шул уҡ мәлдә Ҡара диңгеҙ буйында рәхәтләнеп ял итә. Бәйгелә уңыштар теләп ҡалайыҡ!

Г.С. Ҡылысова, башҡорт теле уҡытыусыһы

Артек 1Артек 5Артек 4Артек 2