тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

Белем байрамы көнө!

1 сентября1

1 сентябрь Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия- интернаты Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәренән 150 яңы уҡыусыларыбыҙҙы үҙ ҡанаты аҫтына йыйҙы. Белем көнөнә арналған сара йылдағыса уҡыу бинаһының алдында үтте.

Байрамға хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ:   Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы Ғәлиева, Башҡортостан Республикаһы “Республика капиталь төҙөлөш идаралығы” Ҡаҙна предприятиеһы директоры Ғәфүр Рәфҡәт улы Кульмурзин, “Беренсе” ассоциацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Борис Миҙхәт улы Ғөзәиров килеп еттеләр.

Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы һәм ҡунаҡтарыбыҙ уҡыусыларыбыҙҙы тәбрикләп, яңы уҡыу йылы менән ҡотланы, белем үрҙәренә менеп етеп уңыштарға өлгөшеүен теләне.

«Аҡйондоҙ» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең бейеүе, Нур Собханғоловтың йыры, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, популяр йырсы Марсель Ҡотоевтың дәртле йыры сараның биҙәге булып торҙо.

Артабан хөрмәтле ветерандарыбыҙ, сығарылыш уҡыусыларыбыҙ ҡатнашлығында уҡыусылар менән берлектә «Рәсәй дәресе» акцияһы сиктәрендә үткәрелгән класс сәғәттәре үтте. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙар бирҙеләр, фәһемле яуаптар алдылар.

Тағы бер тапҡыр уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе, барлыҡ гимназия хеҙмәткәрҙәрен, уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

 

   линейка 4линейка 1линейка 3линейка 2линейка 5линейка 6линейка 711гindexб