тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      fi9ZqUbMvfMӨфө ҡалаһында «Беренсе Республика» тип аталған тарихи фильм төшөрөлә башланы. Фильм республикабыҙҙың 100 йыллығына арнала. Режиссер Булат Йосопов әйтеүенсә, төп сюжет 1920-1950 йылдарҙағы Башҡортостан Республикаһының йыр, бейеү, театр, әҙәбиәт сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалыусы билдәле шәхестәр тураһында. Мәҫәлән, Хөсәйен Әхмәтов, Фәйзи Ғәскәров, Хашим Мостаев, Һәҙиә Дәүләтшина һәм башҡалар.

Фильмдың сценарий авторы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты кафедраһы етәксеһе, доцент, Рәми Ғарипов премияһы лауреаты Таңсулпан Бабичева менән уның ярҙамсыһы, кастинг директоры Катрина Дүшәнбаева фильмға актерҙарҙы һайлап алыу өсөн кастингтар үткәрҙеләр.

Бөйөк шәхестәрҙең ролен башҡарыусы билдәле театр актерҙары менән бер рәттән, гимназиябыҙ уҡыусылары, «Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәренә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе. 10б класы уҡыусыһы Салауат Мәхийәнов билдәле хореограф Хашим Мостаевтың студент йылдарын уйнаһа, 10г класы уҡыусыһы Ғайса Хашимов менән 10в класы уҡыусыһы Алмас Дәүләтсурин республиканан Мәскәүгә уҡырға барыусы консерваторҙар ролен башҡаралар. Егеттәр тәүге тапҡыр камера алдында уйнауҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп, оҫта итеп башҡарҙылар. Афарин,егеттәр! Ә инде фильм үҙе 2019 йылда сығасаҡ. Көтәбеҙ!

GDS eVmB97AMUEu3UABZ5g