тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

vyp 2018 423 июнь гимназиябыҙҙы тамамлаусы 149 уҡыусы өсөн сығарылыш тантанаһы үтте. Сара иң беренсе байрам төшкө ашынан башланды. Ашханала тырыш бешереүселәр тәмле ризыҡтар әҙерләп, өҫтәлде байрамса биҙәп ҡуйғандар ине. Береһенән-береһе матур ҡыҙҙар һәм шулай уҡ байрам кәйефендәге егеттәр һәр класс исеменән гимназия етәкселегенә, уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, башҡа хеҙмәткәрҙәргә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен әйттеләр. Байрам мәжлесен дәртле йыр-моң, бейеү менән биҙәнеләр.

Артабан сығарылыш уҡыусылары автобустарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына юл тоттолар. Юл ыңғайы Дуҫлыҡ Монументында туҡталып иҫтәлеккә фото төштөләр. Сараның иң тулҡынландырғыс, шатлыҡлы мәле театрҙа үтте. Балаларҙың байрамын ҡарарға уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ата-əсəлəре, туғандары ла килһә, шатлығыбыҙҙы ҡунаҡтар Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры, В.В.Путиндың ышаныслы вәкиле Рәмил Нәзиф улы Бәхтизин, «Компания Базис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе Азат Ринат улы Әхтәмов уртаҡлаштылар. Гөлназ Радмил ҡыҙы гимназияны «5» билдәһенә генә тамамлаусы 41 уҡыусыға «Уҡыуҙа өлгәшкән айырым уңыштары өсөн» миҙалын тапшырһа, директор Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы, уҡыу эштәре буйынса урынбаҫар Лүзә Хәбир ҡыҙы башҡа уҡыусыларға тантаналы рәүештә өлгөргәнлек аттестаттарын тапшырҙылар. Химия,математика, рус теле, информатика фәндәре буйынса 100 балл йыйған 4 уҡыусыбыҙға Рәмил Нәзиф улы Бәхтизин Өфө дәүләт нефть техник университетының махсус стипендияһын тапшырһа, Азат Ринат улы Әхтәмов рухлы, өлгөр, талантлы уҡыусыларға ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләне.

vyp 2018 8Быйылғы уҡыу йылынан гимназиябыҙҙың иң юғары наградаһы – Рәми Ғарипов премияһынан тыш, үҙҙәрен әҙәбиәт, сәнғәт һәм спорт өлкәһендә танытҡан сағыу уҡыусыларыбыҙға «Рух һәм тел һаҡсыһы”, “Иң шәп бейеүсе” , «Иң шәп көрәшсе», «Иң шәп спортсмен» номинацияларына 6 уҡыусыбыҙ лайыҡ булды. Шулай уҡ гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Байрам сараһының төп геройҙары – 11-се класс уҡыусылары башҡарған шиғри юлдар, “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле бейеүҙəре, танылған йырсы Иҙел Аралбаевтың шаян йыры, сығарылыш уҡыусылары Әғләм Юлгилдиндың ҡурай моңо, Венер Ирназаров менән Алмаз Айытҡоловтың йыры сараға йәм өҫтәне.

Балаларҙың сикһеҙ рəхмəт һүҙҙəре гимназияға, ундағы эшлəгəн хеҙмəткəрҙəргə һəм уларҙың ата-əсəлəренең күңелдəренə моң булып яғылды.

Гимназиябыҙҙы тамамлаған йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренең һайлаған һөнәрҙәре буйынса юғары белем алып, илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булыуға өлгәшерҙәр, тип ышанғы килә. Әлегә беҙ уларға уңыштар һәм оло тормош юлында үҙ юлын табыуҙарын теләп ҡалабыҙ.

vyp 2018 1 vyp 2018 2

vyp 2018 3 vyp 2018 5

vyp 2018 6 vyp 2018 7

vyp 2018 9 vyp 2018 10

vyp 2018 11 vyp 2018 12

vyp 2018 13