тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

100балловРәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының быйылғы уҡыу йылында дүртенсе уҡыусыһы - 11 е класынан Нотфуллина Алина рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы!

Уның ата-әсәһе –Айрат Әлкәф улын, Айгөл Вәжит ҡыҙын, уҡытыусыһы Мөхәмәтвәғизова Фая Сабит ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ!

Алина! Барлыҡ маҡсаттарыңа ирешеп, атай-әсәйеңдең, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең өмөттәрен аҡларһың, тип ышанабыҙ. Илебеҙгә кәрәкле кеше бул! Аҡ юл һиңә! Афарин!