тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

УТС“Беренсе” республика профилле слет-лагерына республиканың төрлө төбәктәренән һәләтле уҡыусылар йыйылды. Уҡыу-әҙерлек тупланмаһында шөғөлләнеү уҡыусыларҙы Бөтә Рәсәй олимпиадаһы йыйылма командаһына әҙерләү маҡсатында ойошторолдо. Программа бик тығыҙ һәм мауыҡтырғыс итеп төҙөлгән. Бер аҙна эсендә, 17-23 июнь арауығында, һәләтле уҡыусылар төрлө йүнәлештәге предметтарҙы тәрәнәйтеп өйрәнеү менән бергә интеллектуаль-үҫтереүсе уйындар, психолог кәңәштәре, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, хәрби Дан музейына, Ботаника баҡсаһына, М.Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театрына сәйәхәт, йәш башҡарыусылар концерттары, күңелле дискотекалар, спорт уйындары, шәжәрә төҙөү, батик менән шөғөлләнеү, ритмика, робот техникаһы кеүек мажаралы сараларҙа әүҙем ҡатнашасаҡтар.

Айырыуса Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социомәҙәни үҙәге етәксеһе Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов менән осрашыу, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының испан шағиры, драматург Александро Касона тарафынан 1949 йылда ижад ителгән "Иң бәхетле төн" исеме аҫтында сәхнәләштерелгән спектакле премьераһында булыу, “Тарих ҡуласаһы” уйынында ҡатнашыу йәш һәләттәрҙең күңел донъяһын байытыу менән бергә әхлаҡи ҡиммәттәрҙе баһалай белергә лә өйрәтте.

Уҡыу-әҙерлек тупланмаһында ҡатнашыусы һәләтле уҡыусыларҙы 23 июнь көнө тантаналы ябыу кисәһе көтә.

Слет-лагерҙа ҡатнашыусылаға уңыштар һәм емешле ижади көндәр теләйбеҙ!