тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

вып20 июнь көнө Рәми Ғарипов исмендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының тамаша залында 9-сы класты тамамлаусы уҡыусыларға тантаналы шарттарҙа урта дөйөм белем алыу аттестаты тапшырылды. Быйыл гимназияның 9-сы класын 151 уҡыусы уңышлы тамамланы, шуларҙан 14 уҡыусы «Айырым өлгөләге» аттестатҡа лайыҡ булды.

Директор Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова тантана менән тәбрикләп, аттестаттарҙы тапшырғандан һуң, гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ата-әсәләргә Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Белем баҫҡысының тәүге һынауын уңышлы үткән йәш гимназистар артабан үҙҙәре һайлаған йүнәлеш буйынса белем алырҙар һәм тормош юлында осраған имтихандарҙы тик ыңғай баһаға тапшырырҙар тип ышанабыҙ!

выпуск 9 кл 5выпуск 9 кл 2выпуск 9 кл 1выпуск 9 кл 3