тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

vstrecha2018 йылдың 16 июнь көнө гимназияның тамаша залы ҡасандыр оло тормош юлына изге фатихаһын, ныҡлы белем һәм тәрбиә багажын биреп, көмөш ҡыңғырау сыңдары менән теүәл ҡырҡ йыл элек оҙатҡан сығарылыш уҡыусыларын йыйҙы. Мәктәпте барыһы ла уңышлы тамамлап, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышҡан, тырышып белем тауҙарына үрләгән уҡыусыларыбыҙ араһында бөгөнгө көндә ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ: сәнғәт оҫталары, сәйәсмәндәр, ауыл хужалығы белгестәре, мәғариф, медицина хеҙмәткәрҙәре, хәрбиҙәр һ.б. Улар барыһы ла республикабыҙға, халҡыбыҙға хеҙмәт итә. Кисәне гимназия директоры – Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова асты һәм сығарылыш уҡыусыларына йылы тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Килгән ҡунаҡтарҙы ҡотлап, гимназияның “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле Дуҫлыҡ” бейеүен, Нурия Зәйнуллина “Мәктәп йырын”, Азамат Зәйнетдинов ҡумыҙ моңон бүләк иттеләр.

Белемгә ынтылыуҙа, үҙ-үҙеңә ышаныу, ныҡышмалылыҡ тәрбиләүҙә тәрбиәсе һәм уҡытыусыларҙың роле баһалап бөткөһөҙ. “Уларҙың һәммәбеҙгә лә мөнәсәбәте берҙәй йылы, яҡын ине. Беҙҙе, һин тырышһаң - булдыраһың, һин ҙур кеше булаһың, тип дәртләндереп, рухландырып торҙолар. Донъя ауырлыҡтарын иҫкәртеп үҫтергән тәрбиәселәргә һәм яҡшы итеп белем биргән уҡытыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм алдығыҙҙа баш эйәбеҙ,” – тине сығарылыш уҡыусылары. Үҙ сиратында сығарылыш класс уҡыусыларын уҡытҡан уҡытыусылар, тәрбиәселәр ҙә иҫтәлекле хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Был сығарылыш башҡаларҙан айырылып тора, сөнки өс сығарылыш уҡыусыһы тыуған гимназияға кире әйләнеп ҡайта. Бына улар: тәрбиәселәр – Миңзәлә Мәүлетҡол ҡыҙы, Рима Фәйез ҡыҙы, физкультура уҡытыусыһы Фәйзулла Ғабдулйән улы. Улар юғары уңыштарға өлгәшеп, гимназияға арымай-талмай хеҙмәт итәләр. Уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, гимназияға класташтары исеменән рәхмәт һүҙен үҙенең йырҙары аша “Таңсулпан” драма түңәрәге етәксеһе Рима Фәйез ҡыҙы Нәбиева “Һайрай ҙа һандуғас” йыры аша еткерҙе. Сығарылыш уҡыусыларының бүлешерлек тәьҫораттары, иҫтәлектәре байтаҡ, улар ихлас уртаҡлашты, тыуған ояларынан тағы ла көс-дәрт, дарман тупланы.

40 лет 140 лет 240 лет 3