тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

         vstrecha1973 йылда, бынан ҡырҡ биш йыл элек, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты 202 сығарылыш уҡыусыларын: 107 ҡыҙ һәм 95 егетте оло тормош юлына оҙатҡан ине. Бөгөнгө көндә улар тормошта үҙ урынын, юлын тапҡан, тыуған еребеҙҙең таяныс-ғорурлығы булып торорҙай лайыҡлы шәхестәр булып өлгөргәндәр. Һәр уҡыусының күңелендә күркәм, ҡунаҡсыл, икенсе тыуған өйө кеүек булған гимназия-интернат тағы ла ҡошсоҡтарын үҙ ҡосағына алды. Осрашыу тантанаһы гимназия директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинованың ҡотлау сәләме менән башланды. Юбилей сараларын гимназияның быйылғы сығарылыш уҡыусылары “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле солистары бейеүе, йыр, дәртле ҡумыҙ, ҡурай моңдары аша ихлас тәбрикләнеләр.

Сығарылыш уҡыусылары исеменән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсы Азат Айытҡолов уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, данлыҡлы уҡыу йортона рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 45 йыллыҡ сығарылыш уҡыусылары исеменән гимназияның ҡурай кабинетына ҡурайҙар бүләк итте. Әлбиттә, халыҡ артисының теләге, ышаныстары аҡланыр, уҡыу йортонда ҡурай моңо артабан да яңғырап торор, ҡурайсыларыбыҙ төрлө бәйгеләрҙә еңеүҙәрен дауам итер тип ышандырабыҙ, шуға күрә был иң ҡәҙерле бүләк булараҡ ҡабул ителде.

Бер уйлаһаң ҡыуаныслы ла, һағышлы ла осрашыу тантанаһында һәр кем иҫтәлектәре менән уртаҡлашты һәм күмәкләп фотоға төшөү, гимназия-интернаттың уңыштары менән танышыу, заман менән бергә үҙгәрә барһа ла, ҡәҙерле, таныш уҡыу биналары буйлап уҙыу кеүек күңелле саралар менән дауам итте.

45 лет 145 лет 245 лет 345 лет 4