тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

        100балловРәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында сираттағы тантана – химия буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында 11 Г класы уҡыусыһы Әхтәмов Шамил 100 балл йыйған!

         Химия фәненән республикала барлығы 6 уҡыусы иң юғары балл алды.

Уның ата-әсәһе – Ринат Ғәлимйән улын, Зинфира Фәнис ҡыҙын, уҡытыусыһы Рамазанова Гөлнара Мирсаяф ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ!

Тырыш уҡыусыбыҙға, яҡшы тәрбиә биргән ата-әсәһенә, химия фәне буйынса һәр саҡ юғары һөҙөмтәләр күрһәткән Гөлнара Мирсаяф ҡыҙына ныҡлы сәләмәтлек, именлек, артабан да белем тауҙарын аҡтарырлыҡ көс, илһам, дәрт, ижади уңыштар теләйбеҙ. Һеҙ – иң алғы сафта барыусы беренселәр! Афарин!

100 по химии